06:44
1,0×
00:00/06:44
964,2 тыс смотрели · 4 года назад
1 неделю назад
Һөйәркәһен һеңлем тип өйөбөҙгә алып килде...
– Һаумыһығыҙ, миңә ҡотлау бирергә кәрәк ине, кемгә ҡалдырайым икән? Коридорҙың иң башында булғанлыҡтан, килгән-киткән кеше тәүҙә хаттар бүлегенең ишеген шаҡый. Был юлы урта йәштәрҙәге ҡатын башын һондо. Эргәһендә дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙы ла бар. Төшкө аш ваҡыты ине, шунлыҡтан барыһы ла ҡайҙалыр таралышҡан. Айнур: – Әйҙәгеҙ, беҙгә инеп ултырып тороғоҙ! – тип ҡатынды бүлмәгә саҡырҙы. Ҡулы менән ишаралап ҡаршыһындағы ултырғысты күрһәтте. – Хәҙер килерҙәр, яҡын-тирәгә сыҡҡандарҙыр. Әлбиттә, кеше килгәс, эшем эйәһе булып, ҡағыҙға тексәйеп ултырыу килешкән һын түгел...