1 неделю назад
Фәнни-тикшеренеү эштәренә иғтибар арта
Премьер-министр Александр Шельдяев рәйеслегендә уҙғарылған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында вуз-ара студенттар кампусының фәнни-тикшеренеү инфраструктураһы үҫеше тураһында һорау ҡаралды. Был кампус “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Вуз-ара кампуста тикшеренеү инфраструктураһына, кадрҙар потенциалына, төбәктең юғары технологиялы эштәренә иғтибар бирелә, тип билдәләне Премьер-министр. Бөгөн бында 24 фәнни лаборатория бар, уларҙың резиденттары булып алты ойошма тора: биш юғары уҡыу йорто, бер ғилми ойошма...