Слава - Стань сильней
Әбйәлил районында баҡыр мәғдәнен табыуға геологик эҙләнеүҙәр тамамлана
Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу мониторингы буйынса күҙәтеү советы ағзалары геология-разведка эштәрен үткәреү урынында булды. Советта ҡатнашыусылар геологик профилдәрҙе һәм эҙләү-баһалау этабы тамамланған быраулау майҙансыҡтарын ҡараны. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, геологик эҙләнеү урман массивын һаҡлауға ҙур иғтибар менән үткәрелә. “Урман массивын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалдыҡ. Аныҡлап әйткәндә, 200 гектарҙың 7,5 гектары ҡырҡылған, был дөйөм майҙандың 3,5 проценты ғына...