Өшөксән булһағыҙ, ошондай сәй эсегеҙ
Ҡайһы бер кешеләр тиҙ өшөүсән була, айырыуса аяғы өшөүҙән ыҙалағандар йыш осрай. Бына шундай осраҡтарҙа ҡулланыу өсөн организмды эстән йылытҡан сәй әҙерләү ысулы. Бер стакан һөттө кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡһа, бер бөртөк баҙыян, бер бөртөк дәрсен (ярты балғалаҡ дәрсен онтағы һалырға ла мөмкин), ике бөртөк хуш еҫле борос, бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Артабан ике аш ҡалағы сәй һалабыҙ (мин “Азерчай” сәйен ҡулланам)...
Ни өсөн иртән ҡапыл тороп китергә ярамай?
Иртән ҡапыл һикереп торғанда көн баш ауыртыуҙан, ҡан баҫымы һикергеләүҙән, арҡа, быуындар һыҙлауынан башланырға мөмкин. Уянғас та бер аҙ ҡолаҡтарға, башҡа, бармаҡтарға массаж яһау, шунан яйлап аяҡтарҙы төшөрөп ултырыу мотлаҡ. Хәрәкәттәр талғын булырға тейеш. Түбәндәге күнекмәләр ҙә организмды дөрөҫ уятырға булышлыҡ итә. Тибет монахтарының был күнекмәләре ни бары биш минут ваҡытты ала, ә һөҙөмтәһе иҫ киткес - эндокрин биҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡшырта, көнө буйына етерлек көс-дәрт бирә, даими эшләгәндә, күп ауырыуҙарҙан арындыра ала...