Маша Капуки и игрушки на пляже. Видео на море для детей.
Республикабыҙҙа көслө химик үҫә
Вадим Харисов 2006 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Межгорье ҡалаһында тыуған. Өс йәшендә иҫәпләй башлай, биш йәшендә үҙе уҡырға өйрәнә. Бала сағында футбол, хоккей уйнай, көрәш секцияһына һәм бейеү түңәрәгенә йөрөй. Өҫтәл теннисы уйнай, тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Компьютер уйындары менән мауыға. Етенсе класта химия менән ҡыҙыҡһына башлай, дәрестәрҙән һуң өҫтәмә эштәр ала. Был фәнде ныҡлап өйрәнеү өсөн 13 йәшендә Өфөгә Республика инженер лицей-интернатына уҡырға килә. Лицейҙа Вадим Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ойошторған химия түңәрәгендә шөғөлләнә...