“Ай-ти”ға инеү, йәки мәктәп тупһаһынан эшҡыуарлыҡ
Ҡалаларҙы үҫтереү һәм цифрлы үҙгәртеү буйынса IV “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ-ара форум сиктәрендә илдең йәштәр берләшмәләре вәкиле булған үҫмерҙәрҙең бизнес-идеяларын тикшереү өсөн майҙансыҡтар бүленгән. Буласаҡ эшҡыуарҙар менән диалогҡа Рәсәй бизнесының төрлө өлкәләре вәкилдәрен саҡырҙылар. Игорь, Саша һәм Андрей - эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә тап яңы кешеләр. Асылда яңыраҡ ҡына студенттар ине, йәғни әле ментор статусына инмәгәндәр. Форумдың йәштәр аудиторияһы менән улар ышаныслы һөйләшеү үткәрҙе...