Әлдә уянып киткән...
Бәләбәй ҡалаһында күп балалы ғаилә бәләгә тарыған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән ҡатын көслө тауышҡа уянып китһә, бүлмәне төтөн ҡаплаған була. Балаларҙы уятып, янған йорттан тышҡа сығып өлгөрә. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндергән. Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында урынлашасаҡ. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй...
Күңеле менән дә, эше менән дә матур
Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенең “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында эшләүсе Әлиә Байғусҡарова һәр көндө эшкә ашҡынып килә. “Бында мин, әйтерһең дә, бала саҡ, сафлыҡ, ихласлыҡ иленә сумам. Мин эшләгән иң кеселәр төркөмөнә 20-нән артыҡ сабый йөрөй, уларҙың һәр береһе - үҙе бер донъя”, - ти ул. Әлиә Ғаяз ҡыҙы ошо райондың Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә педагогия колледжын, һуңынан Бөрө педагогия институтын тамамлай. Балалар баҡсаһында эшләүенә – 12 йылдан артыҡ. Тәрбиәсе белемен камиллаштырып, педагогик...