2 месяца назад
Телевизорҙан яҡташыбыҙ үҙенең ҡара таҫмалы траур фотоһын күреп шаҡ ҡатҡан
Өфөлә "Салауат Юлаев"тың элекке билдәле хоккейсыһы һәм генераль менеджеры Александр Семактың суд эпопеяһы дауам итә. Уның адвокаты Рәмил Ғиззәтуллин хәбәр итеүенсә, район суды популяр "Склифосовский" сериалын төшөрөүселәргә ҡарата дәғүәне ҡабаттан ҡараясаҡ. Сәбәбе - спортсының ҡара таҫмалы траур рамындағы фотоһы, уны, Семактың рөхсәтенән тыш, сериалда төп геройҙың мәрхүм атаһының матәм портреты сифатында ҡулланалар. "Русское" кинокомпанияһы 3-сө миҙгелдең 16-сы серияһын төшөргәндә тере кешенең фотоһын матәм рамына ҡуйып күрһәтә...