2 недели назад
Үҙемә әйткән һүҙ Мостай КӘРИМ
Бөйөктәр һүҙе Үҙемә әйткән һүҙ Мостай КӘРИМ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем". Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау, Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар, Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар: Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып, Йылдар етеҙерәк сабыр ул, Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә, Сабырыраҡ бул һин, сабыр бул. Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа, Бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн; Елберләмә һәр уҙғынсы елгә, Елберләмә, уҫаҡ түгелһең. Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма, Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа; Елгә еленләгән һәр уйыңды Илгә таратырға ашыҡма...