Һөйөүҙең ҡәҙерен белмәне Мәхмүт
Сәлиә менән Мәхмүт бер класта уҡыны. Бер урамда йәшәгәс, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫтеләр, мәктәпкә лә бергә йөрөнөләр. Үҫмер осорона ингәс, оҙон буйлы, төҫкә матур егеткә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Сәлиә. Мәхмүткә лә ҡыҙ менән уңайлы ине. Өй эшен эшләп өлгөрмәһә, тиҙ генә ҡыҙҙан күсереп алды. Инша яҙырға иренгәндә лә Сәлиә ярҙамға килде. Уҡыуға әллә ни шәп булмаған егет, 9-сы кластан һуң механизатор һөнәренә уҡып, ауылда эш башланы. Сәлиә лә медколледжды тамамлап, тыуған яғына ҡайтыу ниәте менән янып йәшәне...
06:44
1,0×
00:00/06:44
936 тыс смотрели · 4 года назад