06:44
1,0×
00:00/06:44
708,2 тыс смотрели · 4 года назад
Ҡышҡа шәлегеҙҙе әҙерләнегеҙме?
Яратҡан һөнәремә ҙур рәхмәтлемен: ниндәй генә геройҙар менән осраштырмай ул. Күптән түгел Сибай ҡалаһында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районынан килгән Зилә Яркованың ҡул эштәре менән танышырға тура килде. Уның күргәҙмәһендә ниндәй генә йылы һәм йомшаҡ шәлдәр, төрлө бирсәткәләр, ойоҡбаштар, күкрәксәләр һәм кофталар юҡ ине! — Шалдарҙы (шәл) мин бала саҡтан бәйләйем. Беҙҙең яҡта ҡулына энә тотоп, шал бәйләмәгән кеше юҡ, хатта ирҙәр ҙә бәйләй, – тип йылмая ул. – Элегерәк дебет шалдәргә һорау ҙур булһа,...
Ҡалалар һәм ауылдар күркәмләнеүен дауам итә
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстар йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртә һәм биләмәләрҙә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты директоры Ольга Сарапулова республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һөйләне. Мәҫәлән, Бөрөлә туристар ағымы дүрт тапҡырға артҡан, музейҙар һаны икеһенән бишкә тиклем, ә тематик фестивалдәр һаны өстән 21-гә тиклем артҡан...