Алтай
Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар
Халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле йүнәтеү эштәре өсөн ике йылға ябылғаны барыбыҙға ла билдәле. Ә тап бөгөн уны һүтеү эштәренә тотондолар ҙа инде. Йәғни, әлегә тикшереү эштәре тамамланып, кәрәкле документтар әҙерләнеп, уны айырым бүлектәргә бүлеү эштәре башланды. Белгестәрҙең әйтеүенсә, һәйкәлдең һәр кәүҙә өлөшө, ҡулындағы ҡамсыһы, ҡылысы, атының да һәр бер ағзаһы айырым-айырым һүтеләсәк. Һүтеү бер ай дауам итәсәк һәм октябрь аҙағына тамамланасаҡ. Артабан реставрация эштәре Өфөләге махсуслаштырылған цехтарға күсереләсәк...
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡара
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡара Метеорологтар күҙәтеүенә ярашлы, утыҙ йыл эсендә төбәктә 1,6 градусға йылыраҡ була башлаған. Уртаса тәүлек температураһы элеккегә ҡарағанда 6-8 көнгә һуңыраҡ түбән төшә. Өйҙәргә лә йылылыҡ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуңыраҡ бирелә. 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа, йылытыу миҙгеле башлана...