06:44
1,0×
00:00/06:44
546,6 тыс смотрели · 4 года назад
Тотош тормошо спорт менән бәйле
“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ихлас ҡатнашҡан Фирғәт Насирйән улы Рәхмәтов – сығышы менән далаларға бай Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылынан. Егет Күмертау педагогия училищеһында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Физкультура уҡытыусыһы” белгеслеге буйынса уҡыған. Ул – Рәсәйҙең полиатлон буйынса спорт мастеры. Фирғәт Насирйән улы 1997 – 2002 йылдарҙа Башҡортостандың саңғы ярыштары буйынса йыйылма командаһы составында булған...