06:44
1,0×
00:00/06:44
672,3 тыс смотрели · 4 года назад
Энәлек, мәмешкәк, еҙәй, ҡамыраш...
Энәлек – беҙҙең төбәктә киң таралған ағас. Уны хәҙер баҡсасылар ҙа күпләп үҫтерә. Киптерелгән сәскәләре, япраҡтары, емештәре йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла. Сәскәһе, япрағы, емешен даими ҡулланып, ҡан тамырҙарын таҙартырға, юғары ҡан баҫымынан арынырға, йөрәккә бәйле ауыртыныуҙарҙан ҡотолорға мөмкин. Энәлек емештәре Е витаминына бай. Баш мейеһенең ҡан әйләнешен яҡшырта. Эсәк һәм ашҡаҙан ауырыуҙарын йәки операциянан һуң дөйөм хәлде яҡшыртыу өсөн энәлек һуты, емештәренән төнәтмә тәҡдим ителә...