“Ирем кәмәһен “Алға!” тип атаны...”
Яңауыл районының Байғужа мәктәбендә, аҙаҡ район үҙәгендәге 1-се мәктәптә инглиз теленән уҡытҡан Резида Ғәлиева – оло педагогтар династияһының бер вәкиле. Ошо көндәрҙә ул үҙенең матур юбилейын ҡаршылай, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. “Әсәйем – татар теле уҡытыусыһы, апайым башланғыс кластарҙа белем бирә. Башҡа туғандарым да – педагогтар. Дөйөм педагогик стажыбыҙ 240 йыл тәшкил итә. Беҙҙең йортобоҙ һәр саҡ уҡытыусылар өсөн асыҡ булды. Әсәйем Рәсимә Нурулла ҡыҙы менән атайым Ағзам Гәрәй улы бик ҡунаҡсыл, изге күңелле кешеләр ине...