sfd
Машиналар йүнәтә, өйҙәр һала
Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Урал Байғужин былтыр көҙ автосервис асҡан. Һөнәре буйынса водитель булған ир-егет был эш менән үҙмәшғүл булараҡ шөғөлләнә. Ул шулай уҡ ауылдаштарына такси хеҙмәте лә күрһәтә. -Ни өсөн автосервис асырға булдыммы? Сөнки, хәҙер һәр өйҙә икешәр автомобиль бар. Техника боҙолмай тормай, уны йүнәтеү буйынса яҡын тирәлә сервистар юҡ. Берәү башлап ебәргәйне ул, әммә уны тап итеүе, эшләтеп алыуы бер бәлә. Шуға күрә, боҙоҡ машинаны йүнәтергә, хатта тәгәрмәсте балансировкалау өсөн дә йә Юлдыбайға, унда эшләй алмаһалар Баймаҡҡа, Сибайға алып барырға тура килә. Ошонан сығып уйландым да, тәүәкәлләнем,--ти Урал Сибәғәт улы...