Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Ҡала-ауылдарҙа махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙмаған бер кеше лә ҡалмағандыр. Һәр кем көсөнән килгәнсә үҙенең өлөшөн индерергә тырыша. Ишембай районының Көҙән ауылында йәшәүселәр ҙә махсус хәрби операция башланғандан алып был изге эшкә дәррәү ҡушылды. Тәүге йылдарҙа ауыл халҡы яугирҙәргә күбеһенсә кәрәкле әйберҙәр, посылкалар ебәреү менән мәшғүл була. Һалдаттар өсөн йөн ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләп ебәрәләр, көндәлек кәрәк-яраҡ туплайҙар. Кәрәкле булған дарыуҙарҙы ла күпләп оҙаталар...