Мотоблок менән мотоцикл бәрелеп...
Бөгөн кис Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ғәҙәти булмаған авария тураһында хәбәр килә. Мәләүез районының Ергән ауылында арбалы мотоблок менән мотоцикл бәрелешә. Транспорт саралары бәләкәй генә булһа ла, унда алты кеше йәрәхәтләнә, уларҙың дүртеһе – балалар. Бер өлкән кеше һәләк булған, ул - мотоблок водителе. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың ғүмеренә бер нимә лә янамай. Әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария һөҙөмтәләрен асыҡлай...