Балалар шатлығы – уртаҡ ҡыуанысыбыҙ
Милли музейҙағы Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендәге сара ҡурай моңо һәм "Урал батыр" эпосы менән асылды. Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы бара. Башҡортостандың Милли музейында "VI CIOFF Бөтә донъя фольклориадаһының мираҫы" тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә Арыҫлан Оморҙаҡов уйнауында ҡурай моңо менән асылды. Ә Азалина Сәйфуллина "Урал батыр" эпосын башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, VI Бөтә донъя...