1 неделю назад
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте. Был боронғо милли уйын. Унда һыбайлыға ергә күмелгән тоҡсайҙарҙы эләктерергә кәрәк (борон замандарҙа улар урынында аҡса һалынған моҡсай йәки ҡамсы ла булған). Уйын башында биш кенә тоҡсай булһа, артабан улар һаны арта. уйын ҡатмарлаша. Был уйын һыбайлының етеҙлеген, сослоғон һәм һығылмалылығын бик яҡшы үҫтерә. Фестивалдә "ылаҡ", "тай-тулаҡ", "ауҙарыш" кеүек ярыштарҙа профессионалдар ғына ҡатнашһа, "Тәңкә алыу" тәүге тапҡыр үткәрелеү хөрмәтенә унда теләгән һәр кемгә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде...
1 неделю назад
"Башҡорт аты" фестивалендә ҡаҙаҡ мәҙәниәте менән танышырға мөмкин
“Башкорт аты” фестивалендә Ырымбур өлкәһенән «Ҡаҙаҡ теле» халыҡ-ара мәҙәни үҙәге ҡаҙаҡ халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен үҙ эсенә алған күргәҙмә тәҡдим итте. Ҡунаҡтар традицион халыҡ кейемдәрен, бай биҙәлгән туй күлдәктәрен баһалай ала. "Ат менән бәйле һәр нәмә миңә ныҡ ҡыҙыҡ. Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар был йәһәттән оҡшаш: беҙҙең өсөн ат - төп мөлкәтебеҙ", - тип уртаҡлашты үҙәк етәксеһе урынбаҫары Алмагөл Баймөхәмәтова. — Егермегә яҡын ат тотабыҙ. Өҫтәлебеҙҙә төп ризыҡ – йылҡы ите. Башҡорттар һымаҡ ҡаҙы, бишбармаҡ, киптерелгән йылҡы итен, ҡыҙҙырылған йылҡы итен яратабыҙ...