Алдынғы театрыбыҙ 107-се ижад миҙгелен асты
Үткән аҙнаның бер кисе Өфө театр һөйөүселәре өсөн уғата ҡыуаныслы булды: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы, 107-се ижад миҙгелен асты. Милли театрыбыҙҙы һағынып өлгөргән тамашасы эркелеп Мостай Кәрим пьесаһы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән “Киске табын”ға йыйылды. 1989 йылдың 25 авгусы. Илдә ғәйәт ҙур үҙгәрештәр бара, шуға бәйле ваҡиғалар ҡуйыра, хәүеф тойғоһо менән ҡуша яҡты өмөттәр емелдәй. Оло ил тормошондағы мөһим хәлдәргә үрелеп, Йәннәт менән Әхмәтша Артыҡовтар йортондағы иҫтәлекле байрамға әҙерлек тамамланған...