8 месяцев назад
Ҡараншишмәнән илһам алып...
Театр – ул ғәжәйеп сихри көскә эйә донъя. Ғафури районы иһә халыҡ театрҙарына бай төбәк. Улар Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауылдарында уңышлы эшләп килә. “Театр яҙы” смотрҙарында халыҡ театрҙары ҙур күләмле спектаклдәр әҙерләп һөйөндөрә. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы “Еҙем-Ҡаран” ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары сығышын да тамашасылар көтөп ала. Денира Закуан ҡыҙы Биктимерова 1992 йылда театр түңәрәген ойоштора. Һөҙөмтәлә...
8 месяцев назад
“Ирәмәл” театрына яңы һулыш бирә
Театрҙың уңышлы эше - режиссерҙың булдыҡлылығы һөҙөмтәһе. Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” халыҡ театрының инде күп йылдар дауамында уңышлы эшләп килеүенә Гөлнара Ғилманова тос өлөш индерә. Театрҙың һуңғы 20 йылдағы ҡаҙаныштары уның хеҙмәтенең бай емеше. Белорет районының төпкөл ауылында - Ғәбдөктә тыуып үҫкән ҡыҙ тәүҙә ауыл мәктәбендә белем ала, ә урта мәктәпте Инйәрҙә тамамлай. Бала саҡтан ул концерттарҙа, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып үҫә, мандолинала уйнай. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһында театр коллективтары етәксеһе һөнәренә уҡый...