8 месяцев назад
Уйландырған да, моңландырған да һин – “Илһам”!
Тәтешле театрына 1970 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы бойороғо менән “халыҡ” исеме бирелә. Был маҡтаулы исемде алғандан һуң театр яңы һулыш менән илһамланып ижад итә башлай. Коллективта төрлө йылдарҙа Надиә Ғәлиева, Фирдүс Зарипов, Архам Шарыгин, Вахит Нуриханов, Фәрит Йыһангиров, Ася Коркина кеүек режиссерҙар спектаклдәр ҡуя. Әлеге көндә “Илһам” халыҡ татар театры режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Венер Юрис улы Хәкимов етәкселегендә ижад ҡаҙанында ҡайнап, яңы бейеклектәр яулай...
Сетерекле теманы күтәрә
– “Килен” спектаклен бик ихлас ҡараным. Беренсенән, театр сәхнәһендә йәш авторҙың ҡуйылыуы ҡыуаныслы, был беҙҙең әҙәбиәттең үҫеше тураһында һөйләй. Икенсенән, ул яңы теманы күтәрә – ғаиләлә көс ҡулланыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тегендә, бында шундай осраҡтар булғаны, хатта үлемгә килтергәне хаҡында яңылыҡтарҙан ишетеп торабыҙ... Ижадта был тема әллә ни күтәрелмәне, һәм бына йәш яҙыусы, “Шоңҡар” журналы...