Сетерекле теманы күтәрә
– “Килен” спектаклен бик ихлас ҡараным. Беренсенән, театр сәхнәһендә йәш авторҙың ҡуйылыуы ҡыуаныслы, был беҙҙең әҙәбиәттең үҫеше тураһында һөйләй. Икенсенән, ул яңы теманы күтәрә – ғаиләлә көс ҡулланыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тегендә, бында шундай осраҡтар булғаны, хатта үлемгә килтергәне хаҡында яңылыҡтарҙан ишетеп торабыҙ... Ижадта был тема әллә ни күтәрелмәне, һәм бына йәш яҙыусы, “Шоңҡар” журналы...
"Килен"де күршеләргә лә күрһәтәбеҙ
Ике йыл һайын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡазан тамашасыһына үҙенең иң популяр һәм премьера спектаклдәрен тәҡдим итә. Был юлы ла театр үҙ традицияларына тоғро ҡалып, 14-19 ноябрҙә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. “Беҙҙең Ҡазанға гастролдәребеҙ Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үтә. Бөгөн унда коллективтың яртыһы тиерлек – артистар, техник цех хеҙмәткәрҙәре һәм балалар менән дөйөм 104 кеше ҡатнаша...