06:44
1,0×
00:00/06:44
640,9 тыс смотрели · 4 года назад
1 неделю назад
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте. Был боронғо милли уйын. Унда һыбайлыға ергә күмелгән тоҡсайҙарҙы эләктерергә кәрәк (борон замандарҙа улар урынында аҡса һалынған моҡсай йәки ҡамсы ла булған). Уйын башында биш кенә тоҡсай булһа, артабан улар һаны арта. уйын ҡатмарлаша. Был уйын һыбайлының етеҙлеген, сослоғон һәм һығылмалылығын бик яҡшы үҫтерә. Фестивалдә "ылаҡ", "тай-тулаҡ", "ауҙарыш" кеүек ярыштарҙа профессионалдар ғына ҡатнашһа, "Тәңкә алыу" тәүге тапҡыр үткәрелеү хөрмәтенә унда теләгән һәр кемгә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде...
«Башҡорт аты» фестивалендә театрлаштырылған тамаша була
«Башҡорт аты» фестивале ҡунаҡтарын 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша көтә Был хаҡта фестивалдең мәҙәни программаһы режиссеры Сулпан Асҡарова һөйләне. Тамаша 6 сентябрҙә Баймаҡ районындағы Граф күле янында «Башҡорт аты» фестивален асыу тантанаһында була. Спектаклдең үҙәгендә - әлбиттә, ат, уның һәр заманда ла кешегә хеҙмәт иткән, хатта тамырҙары менән шәжәрә, мифологияға киткән легендар Аҡбуҙаттың ысынбарлығына күскән хеҙмәт тарихы. Шоуҙа Бөйөк Ватан һуғышы дәүерҙәре, «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштерелә...