06:44
1,0×
00:00/06:44
629,7 тыс смотрели · 4 года назад
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте
"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте. Был боронғо милли уйын. Унда һыбайлыға ергә күмелгән тоҡсайҙарҙы эләктерергә кәрәк (борон замандарҙа улар урынында аҡса һалынған моҡсай йәки ҡамсы ла булған). Уйын башында биш кенә тоҡсай булһа, артабан улар һаны арта. уйын ҡатмарлаша. Был уйын һыбайлының етеҙлеген, сослоғон һәм һығылмалылығын бик яҡшы үҫтерә. Фестивалдә "ылаҡ", "тай-тулаҡ", "ауҙарыш" кеүек ярыштарҙа профессионалдар ғына ҡатнашһа, "Тәңкә алыу" тәүге тапҡыр үткәрелеү хөрмәтенә унда теләгән һәр кемгә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде...
4 дня назад
Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары ат парадында иң яҡшы ҡатнашыусылар тип танылды
Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары ат парадында иң яҡшы ҡатнашыусылар тип танылды Башҡорт тоҡомло аттар парады IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең биҙәге һәм кульминацияһы булды. Тантаналы марш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөнгө көндә Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналды...