"Посвящение Памяти". Композиция театра "Живое слово", Дом детского творчества с. Усть-Чарышская Пристань
Яңы миҙгелгә—яңы спектаклдәр
Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры XXXIII театр миҙгеленә етди әҙерләнә. Июнь аҙағында артистар «Вовка әкиәт илендә» спектакле өҫтөндә ентекле эшләп бөтөп, уны тапшырып, йәйге ялға сыҡты. Мауыҡтырғыс, музыкаль спектакль нигеҙендә балалар әҙәбиәте классигы Вадим Коростылевтың әкиәте ята. Электән яратып ҡараған Вовканың мажаралары йәш тамашасыларҙың күңеленә хуш киләсәк. Инсценировка авторы--драматург Әнгизә Ишбулдина, спектаклде ҡуйыусы режиссер--Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, композитор--Рәмил Мәхийәнов, рәссамы--Азалия Раҡаева, хореограф--Динис Ширмаев...