Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле иҫтәлектәр
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен үҙгәртеп ҡороу буйынса эш башланды. Был да скульптураны урынлаштырғандағы кеүек ҙур тарихи ваҡиға. Һәйкәлде ҡуйыу менән бәйле өс ҡыҙыҡлы фактҡа иғтибар итәйек. Беренсенән, һәйкәл 18 өлөштән йыйылған. 1963 йылда Өфөгә һәйкәлдең үҙ дәүмәлендәге гипстан эшләнгән моделен килтергәндәр һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһына фекер алышыу өсөн ҡуйғандар. Фекерҙәр менән танышҡандан һуң уны тағы ла яҡшыртҡандар һәм ҡойоу өсөн оҙатҡандар. Уны ай ярым буйына Ленинград...