8 месяцев назад
Ирек Ноғоманов "индийский" йырын башҡарҙы
26 мартта Өфөлә “Атайсал” үҙәгендә билдәле башҡорт эстардаһы йырсыһы, композитор Ирек Ноғомановтың концерты үтте. Тамашаны халыҡ яратып ҡабул итте. Йырсы халыҡ араһында танылыу алған рэтро йырҙарҙы башҡарҙы, шулай уҡ яңы ижад емеше менән дә уртаҡлашты. Беҙ бала саҡта яратып тыңлаған һинд фильмынан "индийский" йырын да башҡарҙы. Концерттан күренештәрҙе социаль селтәргә һалғас, “Ҡайҙа бара был концерт?”, “Ниңә ҙур итеп шоу концерттар ойоштормай икән?”, “Эх, белмәй ҡалдыҡ...