74 прочтения · 4 года назад
Про Кирпичики
В 20-х годах 20-го же века песня про кирпичики была необычайно популярна. Какое-то время она даже была "музыкальной визиткой" этого периода. В эти годы композитор Валентин Кручинин пытался совместить популярность "жестокого романса" у нэповской публики с запросами нового пролетарского руководства и "производственной" тематикой. Вместе с поэтом Павлом Германом он создаёт несколько таких романсов. Гибрид оказался интересным и быстро приобрёл популярность. Особенно песня про кирпичный завод - " Кирпичики"...
3 дня назад
Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры «Марсҡа ҡәҙәр бер билет» спектаклен Өфөнөң М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйҙы. Ғаилә йылында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған Ырымбур драматургы Александр Тюждың был пьесаһын сәхнәгә яҡташ режиссер Нәркәс Искәндәрова сығарҙы. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән ижади төркөм-- композитор Григорий Кручинин, рәссам-ҡуйыусы Алексей Балашов, костюмдар буйынса рәссам Елена Ермакова, хореограф Алена Олефиренколар әҙерләгән спектаклде башҡала мәктәптәре уҡыуысылары һәм ата-әсәләр бик йылы ҡабул итте.Пьеса «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһына ярашлы «Бәләкәй ҡалалар театрҙары», «Театр--балаларға» проекттары сиктәрендә ҡуйылды. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары--Гөлназ Исламғолова, Рәмзиә Сөнәғәтова, Фәһим Сөнәғәтов, актерҙар Юлдаш Юлдыбаев, Альбина Байназарова, Морат Амантаев, Ишморат Моратов, Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Илгизә Зәйнуллина, Эльвира Мөхәмәтшина башҡарыуындағы тамашаны балалар ихлас ҡараны.