“Балам”: көслө рухлы кешеләр хаҡында спектакль
2 апрелдә бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә. БМО был сирҙе тиҙ таралыуы яғынан XXI быуат чумаһы тип атай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һәр тыуған йөҙөнсө бала – аутист. Был неврологик тайпылыш бөтә донъя буйынса тиҫтәләрсә мең балала бар. Малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарағанда биш тапҡырға йышыраҡ иҫәпләнә. Билдәләре булып аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисереүҙәре, бер үк хәрәкәттәр яһауҙары, иғтибар туплай алмауҙары тора. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт...
Еңеү көнө алдынан әҫәре тыуған ере сәхнәһендә ҡуйылды
Еңеү көнө алдынан Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт йортонда “Нур” Өфө дәүләт театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, журналист, шағир, драматург Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса “Һине көтәләр” спектаклен ҡуйҙы. “Был – мөхәббәт, ябай кешеләр яҙмышы, Тыуған ил тураһында уйланыуҙар, бер-береңә терәк булыу һәм хәрби берҙәмлек тураһындағы тарих. Ундағы һәр һүҙ яугирҙәребеҙҙе еңелмәҫ иткән өмөт-уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, рух көсө менән һуғарылған, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов...