Кәләштәр хәҙер ауырлы түгел, ауырыу итеп тоя үҙҙәрен...
Бөгөн ғаилә ҡороу, күп бала табыу, уларҙы үҫтереп оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу үҙе бер киҫкен мәсьәләгә әйләнде. Йәштәр оҙаҡ ҡына өйләнмәй-кейәүгә сыҡмай йөрөй. Аҙаҡ инде бәпескә уҙыу, уны табыу, үҫтереү проблемаһы башлана. Финанс мөмкинлектәренә бәйле генә түгел, һаулыҡҡа бәйле, йөктән үҙаллы бушана алмау ҙа бында сәбәпсе түгелме икән... Түбәндәге яҙманы уҡыйыҡ. "Бынан егерме биш йыл элек баш ҡалабыҙ Өфөнөң республика буйынса перинаталь бала тыуҙырыу үҙәгендә ятҡанда ундағы әмәлиәт, ҡорһаҡты ҡырҡыу юлы менән бала тапҡан ҡатындар һанына ҡарап аптырағайным...