Ҡыҙ һыу инергә атаһы һәм ағалары менән барған
Башҡортостанға эҫе көндәр килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлеү осраҡтары ла бермә-бер артты. Ә иң ауыры – кисә һыуҙа бала һәләк булды. Кисә фажиғәле хәл Благовещенда булды, унда 13 йәшлек ҡыҙ һыуға батып үлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уның кәүҙәһен ҡаланың Потеха йылғаһындағы быуаһынан шаһиттар сығарған. Баҡтиһәң, бала атаһы һәм ике ағаһы менән паркта булған, һыу ингән саҡта, күҙҙән юғалған. Пляж һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, тейешле аншлагтар ҡуйылған...