367 подписчиков
Ишембай ҡалаһында эшләп килгән Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры – республикала иң оло театрҙарҙың береһе. Уның тарихы 1934 йылға барып тоташа. Әлеге режиссеры Розалия Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумында режиссерлыҡҡа уҡый, унан һуң Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай. Яратҡан һөнәре буйынса 23 йыл эшләй, шуның 19-ын ул – С. Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры менән бергә, коллективҡа 2005 йылдан алып етәкселек итә. Һәләтле йәш режиссерҙың...