“Балам”: көслө рухлы кешеләр хаҡында спектакль
2 апрелдә бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә. БМО был сирҙе тиҙ таралыуы яғынан XXI быуат чумаһы тип атай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һәр тыуған йөҙөнсө бала – аутист. Был неврологик тайпылыш бөтә донъя буйынса тиҫтәләрсә мең балала бар. Малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарағанда биш тапҡырға йышыраҡ иҫәпләнә. Билдәләре булып аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисереүҙәре, бер үк хәрәкәттәр яһауҙары, иғтибар туплай алмауҙары тора. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт...