7 месяцев назад
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера Мостай Кәримдең билдәле пьесаһы буйынса Салауат Низаметдинов яҙған “Ай тотолған төндә” халыҡ шағирының 105 йыллығына арнала. Опера премьераһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡараны. Өфө тамашысыһына Кармен, Любаша образдары аша яҡшы таныш Любовь Буторинаның башҡорт милли операһында был тәүге роле. Шуға ла премьера алдынан икеләтә тулҡынланыу кисерә. Бөйөк яҙыусы, драматург һалған мәңгелек фәлсәфәләр операла бөйөк композитор оҫталығы менән көсәйтелгән. Башҡорт йолаларына таянып яҙылған әҫәрҙең рус телендә яңғырауы тамашасылар һанын арттыра...
"Башҡорт аты"ның ҡунағы - опера йырсыһы Женисбек Пиязов
"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә үзбәк һәм ҡарағалпаҡ опера йырсыһы Женисбек Пиязов сығыш яһай. Мөслим Магомаев исемендәге халыҡ-ара йырсылар конкурсы гран-приһын яулаусы Үзбәкстандың, Үзбәкстандың һәм Ҡарағалпаҡстан Республикаһының халыҡ артисы Женисбек Буркитович Рәсәйҙә, Азербайжанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда һәм башҡа үҫешкән илдәрҙә, шул иҫәптән Францияла, Испанияла, Португалияла, Германияла, Австрияла, Ҡытайҙа, Кореяла, Малайзияла абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашҡан...