"Бабай"ҙың маҡсаттары ҙур
Сығышы менән Ейәнсура районынан булған, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан "Бабай" позывнойлы яҡташыбыҙ әйтеүенсә, ир-аттың бурысы - Ватанын дошмандан һаҡлау. – Яҡташыбыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе ине, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – "Махсус хәрби операция барғанда тыныс ҡына ята алмайым" тип фронтҡа юлланды. Был турала һөйләп тә, ҡысҡырып та йөрөмәне, ә ҡулына ҡорал алды ла алғы һыҙыҡҡа ашыҡты...