"Ниңә шулай рәнйетәһең мине, улым?.."
Фатима һәр ваҡыт вазифалы урындарҙа эшләне. Йә урынбаҫар, йә директор. Шуға күрәме икән, холҡо ла ирҙәрҙеке кеүек булып бөткәйне. Ул ҡул аҫтындағылар өсөн ғәҙел, әммә уҫал етәксе ине. Бисә-сәсә менән сәй эсеп, ләстит һөйләшеп ултырғаны ла булманы. Тик бер кем дә уның күңелендә ниндәй ауыр уйҙар йөрөткәнен белмәне. Ул – түлһеҙ. Ире Фәнис менән йәштән үк яратышып өйләнешәләр, матур, татыу йәшәйҙәр. Тәүге йылдарҙа яуаплы урындарҙа эшләгәс, бала тураһында бик уйламай ҙа ул. Заманы ла шундай ине, улар совет илен төҙөнө бит...