Иҡтисади Башҡортостан - 23.04.2026 Бөхтә, матур һәм төҙөк мөхит булдырыу мәсьәләһе
▶️ Яҙын тәбиғәттең яңырыуына иш итеп һәр кем йәшәгән урынын, йорт-ихатаһын, тирә-яғын төҙөкләндерергә, таҙалыҡта тоторға тырыша. Ауыл-ҡалаларҙың ҙур билмәләре лә даими иғтибар талап итә. Унда тәртип булдырыу, ә бигерәк тә яңыртыу өсөн ҙур сығымдар китә. Теге йә был урында сүп-сар таҙартылмаған, урам һеперелмәгән тип зарланғансы бөхтәлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индереү хәйерлерәк булыр ине. Был саҡырыуым алдағы шәмбе Бөтә Рәсәй буйынса үтәсәк дөйөм өмәгә ишара булһын. Был сараға Республика башлығы Радий...