Найти в Дзене
24 подписчика

АЙ-ҺАЙ САЛАУАТ


Рәми Ғарипов шиғыры
Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.
Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры илде тынмаҫ,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.
Сит ил дошмандары хор халкымдың
Юлдарына күпме таш өймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәндә,
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.
АЙ-ҺАЙ САЛАУАТ  Рәми Ғарипов шиғыры    Сабып сығып сал быуаттар аша,  Сапсындырып суйын саптарын,  Оран һалып илгә, һай, Салауат,  Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
00:15
Около минуты