Найти в Дзене
102 подписчика

Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ


25 апрелдә Баймаҡ районында сираттағы «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтәсәк. Уның барышында Талҡаҫ күле янында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ.
Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды булышлығында Баймаҡ районы хакимиәте, БР Экология министрлығы һәм БР Урман хужалығы министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының "Ир-егеттәр советы" аталыҡ ролен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.
- Талҡаҫ күле янында экологик өмәләр 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был ваҡыт эсендә бөтәһе 8 сара үтте, улар сиктәрендә 679 тоҡ сүп-сар йыйылды. Һыу кимәлен һаҡлап ҡалыу һәм күлдең һайығыуын булдырмаҫ өсөн 2024 һәм 2025 йылдарҙа һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә 400 ҡарағай ултырттыҡ һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының "Ир-егеттәр советы"  төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Территорияны һаҡлауҙы тәьмин итеү, хайуандарҙың һәм автомашиналарҙың инеүен сикләү өсөн экологик өмә үткәрелгән көндә аллея ултыртыласаҡ участка тирәләй ҡойма ҡуйыу, шулай уҡ Талкаҫ күле буйында сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла.
Сарала ҡатнашыу өсөн Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы халҡы һәм тыуған ерен яратҡан һәм Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла.
Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ был тәбиғәт объектын киләсәк быуындар өсөн таҙа һәм матур итергә ярҙам итәсәк.
Өмәгә йыйылыу ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем.

#Советмужчинрб #озероталкас #экологическийсубботник #зарифбайгускаров
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ  25 апрелдә Баймаҡ районында сираттағы «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтәсәк. Уның барышында Талҡаҫ күле янында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ.
1 минута