1030 подписчиков
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ һынауҙарға,
Төрлө һорауҙарға яуап эҙләп табырға.
Һәр бер миҙгел өсөн рәхмәт әйтәйек беҙ,
Изгелекте үҙебеҙҙән башлайыҡ беҙ.
Атай-әсәйҙәргә әйтер һүҙем — рәхмәт,
Улар иҫән-һау булғанға миңә — рәхәт.
Рәхмәтлеләрҙең өйөнә килә — бәрәкәт,
Барыһы өсөн Хоҙайға бик ҙур — рәхмәт.
Тормош йөгөн тартабыҙ беҙ гел алға тип,
Барыһы ла яҡшы булыр, күңел күк тип.
Шатлыҡтарҙы бүлешәйек дуҫтар менән,
Алдағы көндәргә ҙур өмөттәр менән.
Атай-әсәйҙәргә әйтер һүҙем — рәхмәт,
Улар иҫән-һау булғанға миңә — рәхәт.
Рәхмәтлеләрҙең өйөнә килә — бәрәкәт,
Барыһы өсөн Хоҙайға бик ҙур — рәхмәт.
Атай-әсәйҙәргә әйтер һүҙем — рәхмәт,
Улар иҫән-һау булғанға миңә — рәхәт.
Рәхмәтлеләрҙең өйөнә килә — бәрәкәт,
Барыһы өсөн Хоҙайға бик ҙур — рәхмәт.
Рәхмәт әйтә белеү — ул оло бер һөнәр,
Күңелдәрҙе асыр, юлдарҙы ул көйләр.
Изге теләктәр теләп йәшәйек бергә,
Бәхетле булайыҡ ошо гүзәл ерҙә.
Атай-әсәйҙәргә әйтер һүҙем — рәхмәт,
Улар иҫән-һау булғанға миңә — рәхәт.
Рәхмәтлеләрҙең өйөнә килә — бәрәкәт,
Барыһы өсөн Хоҙайға бик ҙур — рәхмәт.
Около минуты
24 февраля