Найти в Дзене

Зөлфиә Ханнанованың ижадын белмәгәндәр һирәктер. Бөгөн авторҙың ошо шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Уҡып ҡына сығығыҙ әле. Туғандар араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла ул.


Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға...
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ:
Һеҙ үҙ-ара мөлкәт бүлешкәндә
Бер-берегеҙҙе, зинһар, ҡаҡмағыҙ!

Ни үкенес, әгәр ҡыҙыҡһағыҙ
Мал-мөлкәткә, затлы әйберҙәргә,
Өйрәнегеҙ, йәндәй туған күреп,
Бер-берегеҙҙе тәүҙә ҡәҙерләргә.

Һаулығығыҙ булһын, аҡсаға ни
Һатып алып була йөҙ юрған,
Тик булмаһын һөмһөҙ әҙәмдәр, тип,
Һеҙҙең тарафтарҙан йөҙ борған!

Иманығыҙ булһын. Иманһыҙлыҡ –
Ул ҡыуаныс түгел, ҙур ғәрлек!
Изге эштәр күберәк башҡарығыҙ,
Бәндәселек менән ҡайсаҡ ҡылған
Бар гөнаһтар өсөн түләрлек.

Балаларым! Китеп барһам әгәр,
Кәфендәргә мине төрөгөҙ,
Риза булһын һеҙҙән Хаҡ Тәғәлә,
Тыуып ҡына үҫкән ерегеҙ.

Риза булһын халҡым! Ейәндәрем
Туған телдең бәҫен һаҡлаһын!
…Бер көн килеп әгәр Әжәл ҡаҡһа
Мин йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын,

Илашмағыҙ. Үкенерлек булмаҫ,
Әйткәнемде теүәл тотһағыҙ!
Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ…
Около минуты