Найти в Дзене
57 подписчиков

Дәүләкән районы лицей-интернатының мәктәп яны баҡсаһында еләк үҫтерәләр. 9-сы агросиныф менән 10-сы синыф уҡыусылары алып бара был эште.

Әле уҡыусылар 210 үҫенте ултыртҡан. Улар еләкте ябыҡ тупраҡта үҫтереү технологияһын өйрәнә. Уҡытыусы үҫентеләрҙе ултыртыу ваҡыты, ерҙе әҙерләү, мул уңыш өсөн мөһим шарттар, түтәлдәрҙе әҙерләү, ниндәй тәрәнлеккә ултыртырға, тупраҡтың кәрәкле дымлылығын нисек асыҡларға кәрәклеге тураһында һөйләгән.
Уҡыусыларҙың еләккә һыу һибеүҙе автоматлаштырырға өйрәнәһе бар.
Моғайын, киләсәк эше итеп баҡсасылыҡты, еләкселекте һайлаусылар ҙа булыр әле Дәүләкән лицей-интернатында.

Фотолар: Дәүләкән лицей-интернатының ВК төркөмөнән.
Около минуты