57 подписчиков
Һәр кемдең тиерлек өйөндә бесәй бар, шулар тураһында был пост.
Бесәйҙәр хужаларын үҙ ата-инәһе тип уйлай икән. Ғалимдар иҫбат иткән.
Бесәй үҙ кешеләренә эткә ҡарағанда ла нығыраҡ эйәләшә ти. Шул арҡала ун йәшкә етеп, ҡартайып бөтһә лә үҙен бала кеүек тота, иғтибар яуларға тырыша, һырпалана.
Бесәй хужаһының көн тәртибен иҫендә тота, ҡасан ҡайтҡанын, ашарға ултырғанын белә. Тулыһынса хужаһының көн тәртибенә яйлаша. Хужа берәй ергә китһә, бесәй тәрән стресс кисерә, сөнки уны бөтөнләй юғалттым тип ҡурҡа икән.
“Инәһе” эргәлә булғанда бесәй хатта таныш булмаған урында ла тыныс. Тикшеренеүселәр шундай бер һынау үткәргән. Бесәйҙәрҙе хужалары менән бергә ят бүлмәгә урынлаштырған. Хужа эргәлә булғанда бөтә бесәй ҙә тыныс булған. Хужаһы сығып китеү менән яңғыҙ ҡалған бесәйҙәрҙең 65 проценты бик тынысһыҙланған, ары-бире йүгерекләп, ҡаты борсолоуға төшкән.
Фото: Пиксабай.
Около минуты
11 сентября 2025