Найти в Дзене
57 подписчиков

Йәш быуын сит телдәрҙән ниндәйҙе өйрәнергә теләй, беләһегеҙме?

14 йәштән 35 йәшкә тиклемге рәсәйҙәрҙең һәр икенсеһе ҡытай телен өйрәнергә теләй икән.
ВЦИОМ (халыҡ фекерен өйрәнә торған ойошма) үткәргән һорашыу шуны асыҡлаған да инде.
Ҡытайҙы үҫмерҙәр һәм йәштәр буласаҡ эш урыны итеп күрә, шуға телде өйрәнергә кәрәк тип уйлай. Әле Рәсәй менән Ҡытай араһында студенттар алмашыу программалары эшләй. Беҙҙең Өфө Фән һәм технологиялар университетынан да Ҡытайға уҡырға ебәреп алалар.
Көнсығышҡа ҡыҙыҡһыныу ғөмүмән көсәйә. Япония һәм Көньяҡ Корея аниме, манго, дорама, косметика-фәлән менән ылыҡтыра. Япон теле менән коре телен нәҡ шуға өйрәнергә теләүселәр байтаҡ ти.

Фото:
Йәш быуын сит телдәрҙән ниндәйҙе өйрәнергә теләй, беләһегеҙме? 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге рәсәйҙәрҙең һәр икенсеһе ҡытай телен өйрәнергә теләй икән.
Около минуты