390 подписчиков
Илдең һәм яҡын сит илдәрҙең иң көслө кешеләре халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирында көс һынаша. Саралар 31 августа Ҡашҡаҙан паркында уҙа. Улар иҫәбендә донъя чемпионы Давид Шамей (Белгород), стронгмен буйынса Донъя кубогын яулаусы Валерий Савин (Сорғот), Мөхәммәт-Әли Тохтоматов (Ҡырғыҙстан). «Халыҡ-ара турнирҙың үҙенсәлеге шунда: беҙ Башҡортостанға Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Ҡырғыҙстандың көслө атлеттарын саҡыра алдыҡ», - тип һөйләне проектты ойоштороусы, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин. Башлана – 12.00 сәғәттә. Инеү ирекле. Фото: конкурстың ойоштороу комитеты.
Около минуты
27 августа 2024