386 подписчиков
28 августа Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны үтә. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙам фонды. Был хаҡта Ҡоролтайҙың рәсми сәхифәһендә хәбәр ителә. Йыйында Башҡортостандың 20-гә яҡын районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнаша. Ултырыштарҙа башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм социаль хәле буйынса мәсьәләләр тикшерелә. Сарала спорт ярыштары, концерт була. Ҡыпсаҡ ырыуының бар вәкилдәрен көтөп ҡалабыҙ, ти ойоштороусылар.Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir
Около минуты
23 августа 2024