Найти в Дзене

Әсәйем сейәләре.

Һәр йыл һайын йәйге матур көндәрҙең береһендә тыуған ауылға ҡайтып киләбеҙ ғаилә менән. Эйе, тыуған йортта хәҙер атай ҙа, әсәй ҙә юҡ инде, баласаҡта һәр саҡ балҡып торған тәҙрәләрҙә уттар күптән һүнгән. Ә шулай ҙа ниндәйҙер көс тарта тыуған йортҡа, ялан аяҡ йүгереп үҫкән яландарға, шаулап аҡҡан Ағиҙел янына күңел талпына...
Ваҡыт үтә, ғүмер уҙа, аҡҡан һыу кеүек, тормош дауам итә, кемдер китә мәңгелеккә ҡайтмаҫ йортона, ә бына әсәйемдең сейәләре һаман гөрләп үҫеп ултыралар, һәр яҙ һайын ап-аҡ булып сәскә аталар, һуңынан һутлы сейәләрен бирә.
... Бөгөнгөләй хәтеремдә, 1997йылда үҙ көстәре менән яңы өй һалып сыҡҡас, әсәйем атайыма әйтте:
-Беҙ өй һалғанда муйыл ағастарын киҫтек, шулар урынына мин һәр балаға арнап сейә ултыртырға уйлайым,-тине. Атайым ҡуш ҡуллап риза булды.
Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек, ул йылда инде ике оло апайымдың бәпестәре бар инк, барыһы бергә 10төп сейә ултырттылар. Ултыртып бөткәс:
-Беҙ мәрхүм булғас та сейәләрҙе ҡарағыҙ, сейә ағасына ултырып ҡош булып һайлармын, япраҡтары шыбырлаһа һеҙгә хәбәр һөйләрмен... Ул ваҡытта әсәйемә бары 42 йәш шуға уның һүҙҙәре яман кеүек яңғыраны, минең өсөн әсәйҙәр мәңге йәшәй кеүек ине, "үлем" тигән яуыз беҙҙең ата-әсәйҙе бер ҡасанда алмаҫ, тип уйлай торған инем. Эйе , ауылда теге мәрхүм булған, быныһы йәшләй киткән тигәнде ишетһәм дә , беҙҙең ғаиләне урап уҙар тигәйнем.
... Беренсе тапҡыр был яуыздың ҡанһыҙ, мәрхәмәтһеҙ икәнен 5се синыфта уҡыған да белдем. 28генә йәшендә Владивостокта хеҙмәт иткән, әсәйемдең бер туған ҡустыһы фәжиғәле рәүештә һәләк булды. Әсәйемдең нисек ҡайғырғанын, йоҡоһоҙ төндәрен тик мин генә беләм, илап күҙҙәре шешенеп бөттө, аҙ ғына ваҡытта бер нисә йылға ҡартайҙы. Ул бит әсәйемдең кинйә ҡустыһы, йүргәктән ҡараған, ҡулында үҫтергән.
Элекке заманда бит бәпес тыуған тиаөс йыл әсәй өйҙә ултырмаған, ҡай саҡта яланда бәпесләп, тороп эшләй башлағандар. Бына әсәйемдең ҡустыһы май байрамында тыуған, ә июнь айында Өләсәйем инде сөгөлдөр яланында, күкрәк балаһын әсәйем ҡараған, үҙенә 9ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан. Яланға өс тапҡыр күтәреп алып барып имеҙгән. Шуға ҡустыһының фәжиғәле һәләк булыуы, әсәйҙе ҙур ҡайғыға һалды. Бына шулай 11йәшемдә "үлем" тигән яуыз бер кем де лә аямай, һайламай икәнен төшөнөргә тура килде...
Ул ваҡиғанан һуң инде күп йылдар утте, яныбыҙҙан берәмберәм тыуғандар китеп, бәпестәр тыуып торҙо. Тормош шулай инде, йылға кеүек аға ла аға үҙ юлы менән, ҡай сағында талғын ғына, ә ҡай саҡта ярҙарына һыймай, урғылып, тулҡындарын ярға һуға-һуға алға атыла. Шул тормош йылғаһында батмаҫ өсөн, үҙ аҡылыңда,сабыр, түҙемле булыр кәрәк. Ер тырнарҙай, сәс йоҡоларҙа бәлә килгәндә лә, йәшәүҙең йәме юғалған да ла бирешмәҫкә, ныҡ булырға тырышайыҡ.
Һәр кемгә үҙ ваҡыты, үҙ сираты, үҙ тәғәйенләнеше бар "күрәсәгеңде күрмәйенсә ғүргә кереп булмай" ожмахы ла тамуғы ла теге донъяла тугел ошонда барыһы ла , ти торған ине мәрхүм Рөфҡәт ҡартатайым.
Әсәйемдең яҡты иҫтәлеге ул ултыртҡан сейәләре һаман гөрләп үҫәләр, улар инде беҙҙең ғаилә һымаҡ күбәйҙе , үрсенеләр., рәхмәт ҡустыма тыуған йортта йәшәмәөә лә ташламай, кәртә-ҡураны, йортто , баҡсаны тәртиптә тота, тәрбиәләй.
Сейәләр бешкән сейәләр, әсәйемдең муйынсағын хәтерләтә...
Шыбыр-шыбыр япраҡтарын һелкетә, әсәйем сәләм еткерәҙер инде....
Әсәйем сейәләре. Һәр йыл һайын йәйге матур көндәрҙең береһендә тыуған ауылға ҡайтып киләбеҙ ғаилә менән.
2 минуты