Найти в Дзене
6 подписчиков

ЕТЕ УЙЛА,


Утҡа һалыу йәнде бер ни түгел,

Уттан аралауы ауырҙыр.

Сабыр төбө- һары алтын , тиҙәр.

Сабыр була белеү зарурҙыр.

Ваҡытында тыйыл ауыр һүҙҙән,

Үҙ үтеңә үҙең сәсәмә!

Йөҙөң йәмле, һүҙең тәмле булһын,

Насар уйҙар менән йәшәмә.

Изгелек ҡыл, шатлыҡ артһын тиһәң.

Сүп- сар йыйһаң йөрәк мүкләнә.

Күңел йәйғороңды балҡыт, әйҙә,

Үҙ эсеңә үҙең бикләнмә.

Бер йылы һүҙ етә ауыр саҡта,

Йөрәк наҙыңды һис йәлләмә,

Бер саҡ тура килер баш эйергә,

Үҙең ҡыйырһытҡан бәндәңә.

Р .Ибраһимова
ЕТЕ УЙЛА,  Утҡа һалыу йәнде бер ни түгел, Уттан аралауы ауырҙыр. Сабыр төбө- һары алтын , тиҙәр. Сабыр була белеү зарурҙыр.  Ваҡытында тыйыл ауыр һүҙҙән, Үҙ үтеңә үҙең сәсәмә!
Около минуты